+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
8 Апрель 2021, 11:05

Сәләмәтлек дәрестәре

Әлшәй районы Раевка ауылында Бөтә донъя сәләмәтлек көнөнә арналған “Сәләмәтлек дәрестәре”, “Күңелле зарядка”, “Сәләмәт тормош рәүеше хаҡында викторина” саралары үтте. Пионерҙар һәм уҡыусылар йортонда шулай уҡ “Һаулыҡ – үҙеңдең ҡулыңда!” мауыҡтырғыс программаһы ла ойошторолдо. #миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан

Әлшәй районы Раевка ауылында Бөтә донъя сәләмәтлек көнөнә арналған “Сәләмәтлек дәрестәре”, “Күңелле зарядка”, “Сәләмәт тормош рәүеше хаҡында викторина” саралары үтте. Пионерҙар һәм уҡыусылар йортонда шулай уҡ “Һаулыҡ – үҙеңдең ҡулыңда!” мауыҡтырғыс программаһы ла ойошторолдо.
#миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан
Кешенең һаулығына нимәләр йоғонто яһай? Көн тәртибе, дөрөҫ туҡланыу, гигиена талаптарын үтәү бик мөһимме? Сынығыу ниңә кәрәк? Йоҡо сәләмәтлеккә нисек тәьҫир итә? Балалар сараларҙа ошо һорауҙарға яуаптар эҙләне.
Саралар “Мәғариф” милли проекты сиктәрендә ойошторолдо.
Фото – Әлшәй районының белем биреү бүлеге.
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: