+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
8 Апрель 2021, 14:07

Сәүиә Сираева- Өфөнөң почетлы гражданы

Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисткаһы, Өфө “Нур” татар дәүләт театры актрисаһы Сәүиә Сираеваға Өфөнөң почетлы гражданы тигән юғары исем бирелде.

Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисткаһы, Өфө “Нур” татар дәүләт театры актрисаһы Сәүиә Сираеваға Өфөнөң почетлы гражданы тигән юғары исем бирелде.
Сәүиә Ғимаҙислам ҡыҙы был исемгә республика сәнғәте өлкәһендәге күп йыллыҡ эшмәкәрлеге һәм баш ҡалаға хеҙмәт итеүе өсөн лайыҡ булды. Яратҡан актрисабыҙ һәр кемгә бихисап спектаклдәр аша таныш. Ижадсының амплуаһы киң яҡлы. Ул башҡортса юмористик телевизион тапшырыуҙарҙа ла бик күп сатирик ролдәр башҡарыуы менән хәтерҙә.
  • Өфөнөң почетлы гражданы булыуым менән ғорурмын. Был миңә лә, яҡындарыма ла, туған коллективыма ла тик мәртәбә өҫтәй,- тине Сәүиә Сираева.
  • Өфөнөң почетлы граждандары исемлегендә Башҡортостандың халыҡ артистары Гөлли Мөбәрәкова, Фидан Ғафаров, Нурия Ирсаева, күренекле вокал педагогы Миләүшә Мортазина, республиканың тәүге Президенты Мортаза Рәхимовтың да исеме бар.
    Автор:Гөлнур Ишбулатова
    Читайте нас: