+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
8 Апрель 2021, 10:35

Руслан Яманбаев – чемпион!

Ҡул һуғышы буйынса EFC лигаһының чемпион билбауын башҡорт егете Руслан Яманбаев яулап алды.

Ҡул һуғышы буйынса EFC лигаһының чемпион билбауын башҡорт егете Руслан Яманбаев яулап алды.
Мәскәүҙә үткән турнирҙа ярым еңел ауырлыҡта EFC лигаһы чемпионы титулы өсөн Руслан Дағыстан спортсыһы Рәсүл Магомедов менән алышты. Көсөргәнешле ҡаршы тороу икенсе раундта яҡташыбыҙ еңеүе менән тамамланды.
Руслан уң хук менән Магомедовтың башына бик ныҡ һуҡҡандан һуң, дәғүәсеһе бер аҙ шаңҡып ҡалда. Көрәш балаҫҡа күскән мәлдә башҡорт батыры Рәсүлдең муйынын аяҡтары менән ҡыҫты һәм баш һалырға мәжбүр итте.
Руслан Яманбаев Нефтекама ҡалаһында йәшәй, данлыҡлы һуғышсы Венер Ғәлиевтың Екатеринбургтағы “Ротоборец” клубында шөғөлләнә. Рингҡа Руслан Кочевник Яманбаев исеме менән башҡорт бүреге кейеп сыға.
Автор:Рәсүл Байгилдин
Читайте нас: