Замана йәштәре никах туйҙарын ололап, кәләштәр матур күлдәктәр тектереп, төрлө биҙәүестәр тағып, туғандарҙы тантаналы мәжлестәргә йыйып үткәреү йолаһын барлыҡҡа килтерҙе. Был иҫтәлекле көндә береһенән -береһе уҙҙырып зауыҡлы кейенгән кәләштәрҙән күҙҙе айырып булмай. Өфө ҡалаһында йәшәүсе Азалия Яхина үҙенең никах күлдәгенең эскизы менән хатта Мәскәү дизайнерына уҡ мөрәжәғәт иткән. Кәләш был образы менән традицион башҡорт күлдәгенә яңы һулыш өргән.
Өфө ҡыҙы Азалия Яхина һөнәре буйынса иҡтисадсы, ләкин бөтә күңеле менән башҡорт бейеүҙәренә тартылған һәм хәҙерге ваҡытта “Guzel Dance” ансамблендә бейеп йөрөүсе башҡорт ҡыҙы ул. Буласаҡ ире Илфат- Ейәнсура егете, хәрби училищены тамамлағандан һуң, Байкал аръяғында офицер булып хеҙмәт итә.
Шулай итеп Азалия никах туйына ентекле әҙерләнә. Ҡыҙҙың үҙе был турала сәхифәһенә лә яҙып сыҡты.
Никах күлдәгенең образы башымда ла юҡ ине. Әммә минең шул тиклем ҡашмау һәм акһыу һоро төҫтәге күлдәк тектереп кейгем килде. Күлдәк өҫтөнән башҡорттарҙың традицион еләне лә ҡамасауламаҫ тип кәңәш биреүселәр булды. Күҙ алдыма килгән образ миңә бик ныҡ оҡшаны. Унан әсәйем тегенсе эҙләүҙә ярҙам итте. Беҙ уны Мәскәүҙән таптыҡ. Ул Өфөлә тыуып үҫеп, хәҙер илдең баш ҡалаһында йәшәгән Ильмира исемле оҫта. Тегергә ризалашты һәм хатта күлдәклек тауарҙы ла Мәскәүҙән үҙе эҙләне. Әйткәндәй, күлдәк образы өҫтөндә эшләгәндә, йәштәргә Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт Академия драма театры рәссаме Альберт Нестеров та ярҙам күрһәтә. Образдың иң мөһим өлөшө – башҡорт ҡатын –ҡыҙҙарының ҡашмауы була.
-Ҡашмау теккәндә төрлөсә, традицион ҡашмауҙы ҡайтанан, никах туйына яраҡлаштырып тегәйекме тип тә уйлаштыҡ. Йәғни ҡыҙыл тауарҙы, корал мәрйендәрҙе аҡҡа алыштырыу, тәңкәләр менән дә биҙәү теләге булды. Ләкин тәңкәләр кәләш образын ауырайта тип икеләнде белгестәр. Хәҙер иһә уларҙың кәңәшен тыңлағаныма шатланып бөтә алмайым. Минең образым ысынлап та бик зауыҡлы, еңел, нескә килеп сыҡты,- ти Азалия.
Традицион башҡорт ҡыҙҙарының кейеменә яңылыҡ индерергә тырышыусы йәш кәләш никахта шул тиклем сибәр. Хатта Азаалия Яхинаның социаль селтәргә ҡуйылған фотолары әле лә иғтибарҙы үҙенә тарта. Ә фотолары аҫтына ул:
Никахҡа, туйға әҙерләнгәндә йәштәр традицияларҙы онотмаһын ине. “Ал да нур сәс, халҡыңа”- тип тә өҫтәгән. Матур башҡорт ғаиләһенә тик бәхеттәр генә юлдаш булһын. Тигеҙ, оҙон ғүмерҙәр һеҙгә, йәштәр!