+1 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
8 Апрель 2021, 11:54

Ковидҡа ҡаршы яңы дарыу

Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығы коронавирустан дауалаусы яңы препарат – “Ковид-глобулин”ды клиник тикшереүҙәрҙең икенсе һәм өсөнсө фазаларын үткәреүгә рөхсәт биргән, тикшереүҙәрҙең беренсе фазаһы уҙған да инде.

Ковидтан дауалаусы был дарыу –донъяла теркәү үткән тәүге шундай препарат. Уны илебеҙҙең “Нацимбио” фармацевтика холдингы эшләп сығарған. Дарыу коронавирус менән сирләп һауыҡҡан кешеләрҙең ҡан плазмаһы нигеҙендә яһалған. Препарат организмға сирҙе тиҙерәк еңергә ярҙам итә һәм кешенең иммун системаһын антиесемдәрҙе шәберәк барлыҡҡа килтерергә “өйрәтә”. ТАСС хәбәр итеүенсә, тикшереүҙәрҙә 460 ирекмән ҡатнашасаҡ.
Фото: “Ростех” дәүләт корпорацияһы матбуғат хеҙмәте/ТАСС
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: