+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
8 Апрель 2021, 11:41

Эшҡыуарҙарға ла, халыҡҡа ла – файҙа

“Эшҡыуарлыҡ” милли проектында ҡатнашыу Бүздәк районы бизнесмендарына район үҙәгендә аптека пункты асыу мөмкинлеге биргән.#миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан

“Эшҡыуарлыҡ” милли проектында ҡатнашыу Бүздәк районы бизнесмендарына район үҙәгендә аптека пункты асыу мөмкинлеге биргән.
#миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан
“Эшҡыуарлыҡ” милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә, эшҡыуарлыҡтың үҫешеүенә уңайлы шарттар тыуҙырыу һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына ярҙам итеү маҡсатында Бүздәк районында бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарын үҫтереү һәм булышлыҡ итеү муниципаль программаһы бойомға ашырыла.
2020 йылда муниципаль программа сараларын тормошҡа ашырыуға 3500 мең һум аҡса бүленгән. Төрлө өлкәлә эшмәкәрлек алып барған 12 бәләкәй эшҡыуарлыҡ субъекты ярҙам алған.
Программала ҡатнашыусыларҙың береһе – “Лидер” ойошмаһы Бүздәк ауылында “Советская аптека” фармацевтика селтәренең аптека пунктын асты, тип хәбәр итә Бүздәк районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.
“Аптека пункты асыуға дәүләт ярҙамы булышлыҡ итте. “Эшҡыуарлыҡ” милли проектында ҡатнашыу һөҙөмтәһендә уйлағаныбыҙҙы тормошҡа ашыра алдыҡ”, – ти ойошманың етәксеһе.
Фото – Бүздәк районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: