+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
8 Апрель 2021, 18:01

“Айыҡ ауыл” конкурсында еңеүселәр билдәләнде

Республикала “Айыҡ ауыл” конкурсына йомғаҡ яһалды. Башҡортостан Башлығы еңеүселәргә дипломдар һәм 5 миллион һумлыҡ сертификаттар тапшырҙы.

Республикала “Айыҡ ауыл” конкурсына йомғаҡ яһалды. Башҡортостан Башлығы еңеүселәргә дипломдар һәм 5 миллион һумлыҡ сертификаттар тапшырҙы.
Мәғлүм булыуынса, урындар бер- нисә категорияла билдәләнде. Сөнки конкурс еңеүсеһе тигән исемгә дәғүә итеүҙә ауылдың ҙур, бәләкәй булыуы, халыҡ һаны ла иҫәпкә алынды.
Шулай итеп бәләкәй ауылдар категорияһында беренсе урынды Баймаҡ районының Түбәнге Яйыҡбай ауылы яуланы. Урта ауылдар араһында еңеүсе исеме Стәрлетамаҡ районының Күсәрбай, ә ҙур ауылдар категорияһында Күгәрсен районының Исем ауылдарына бирелде.
Эре ауылдар категорияһында беренсе дәрәжә диплом һәм биш миллион һумлыҡ сертификат Учалы районының Илсе ауылына тапшырылды.
“Айыҡ ауыл” конкурсы республикала бик күптән уҙғарылып килде. Һуңғы йылдарҙа айыҡлыҡ бәйгеләрен үткәреү традицияһы бер аҙ тоноҡланғайны. Ул Республика Башлығы грантына, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башланғысы менән ҡайтанан тергеҙелде. Республика Башлығы Радий Хәбиров быйылдан уның приз фондын да арттырҙы.
Фото Бәйләнештә селтәренән алынды.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: