+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
8 Апрель 2021, 10:00

Ауыл ипотекаһы һәр яҡтан ҡулай

Ауыл ипотекаһы программаһында 2021 йылдан шарттар үҙгәрҙе, тип хәбәр итәләр Росреестр хеҙмәтендә.

Ауыл ипотекаһы программаһында 2021 йылдан шарттар үҙгәрҙе, тип хәбәр итәләр Росреестр хеҙмәтендә.
Хәҙер биш ҡаттан бейегерәк йорттарҙан торлаҡ алып булмай; тәүге взнос өсөн әсәлек капиталын ҡулланырға мөмкин. Милеккә хоҡуҡ тураһында документтар алғандан һуң, торлаҡты 180 көн эсендә теркәргә һәм был хаҡта банкҡа хәбәр итергә кәрәк. Кире осраҡта банк кредит буйынса ставканы арттырырға хоҡуҡлы. Әгәр кредит йорт һалыу өсөн алынған һәм төҙөлөш ике йылдан артыҡ ваҡытҡа һуҙылған икән, шулай уҡ процент ставкаһын күтәреүҙәре ихтимал.
Ауыл ипотекаһы процент ставкаһының түбән булыуы менән ҡулай. Әйтәйек, “Россельхозбанк”та уның иң түбән кимәле - ни бары 2 процент. Ғөмүмән, ул 3 проценттан артмай.
Әлеге ваҡытта ауыл ипотекаһы менән Иглин, Өфө, Әбйәлил, Ҡырмыҫҡалы, Туймазы, Бүздәк, Шишмә һәм Яңауыл райондарында йәшәүселәр киң файҙалана.
Республикала йыл башынан ауыл ипотекаһы программаһы буйынса 1118 килешеү теркәлгән. 2020 йылда иһә банктарҙан барлығы 2543 ауыл ипотекаһы алғандар.
Автор:Рәсүл Байгилдин
Читайте нас: