+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
7 Апрель 2021, 09:05

Һыу баҫыу осраҡтары теркәлгән

Ҡыш аҙағында һәм яҙ башында ҡар күп яуҙы, ә яҙ ныҡ һуңланы. Был хәл республика халҡын, ташҡын көслө булыр ул, тип борсоуға һалды.

Ҡыш аҙағында һәм яҙ башында ҡар күп яуҙы, ә яҙ ныҡ һуңланы. Был хәл республика халҡын, ташҡын көслө булыр ул, тип борсоуға һалды.
Гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхитте күҙәтеү буйынса Башҡортостан идаралығы начальнигы Вилора Горохольская белдереүенсә, быйыл республикала етди ташҡын көтөлмәй. Дим йылғаһында һыу запасы ҡар ҡатламында норманан 15 процентҡа ғына юғары, ә Ағиҙел өҫтөндәге ҡар күп йыллыҡ күрһәткестәргә тура килә.
– Йылғаларҙың 8-13 апрелдә асылыуы, ташҡын һыуының иң юғары кимәле норманан 10 процентҡа йәки 50 сантиметрға түбән булыуы көтөлә. Әгәр кинәт иретһә, һыуҙың ағышына йыйылған боҙ кәртә булып, ауыл һәм ҡасабаларҙы һыу баҫыуы ихтимал, – ти Вилора Горохольская.
Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы идаралығы етәксеһе Марат Латыпов белдереүенсә, ташҡын үтә көслө булған осраҡта, республиканың 230 ауыл һәм ҡасаба биләмәһенә һыу инеү ҡурҡынысы янай. Был биләмәләрҙәге 11 меңдән ашыу йортта 30 мең кеше йәшәй.
5 апрелгә ҡарата һыу баҫыу тураһында 423 шылтыратыу булған, шуларҙың 365-е раҫланған. Быға яҙ һыуын үткәрергә тейеш торбаларҙың, каналдарҙың тығылыуы, күпләп һыу йыйылыуы сәбәпсе.
Автор:Рәсүл Байгилдин
Читайте нас: