“Кеше, сир билдәһе беленмәһә лә, вирус йөрөтөүе, башҡалар өсөн инфекция сығанағы булып тороуы ихтимал. Был тест – туристар өсөн берҙән-бер, стандартҡа әйләнгән анализ: бөтә илдәр ҙә үҙҙәренә килеүселәрҙән сәфәр сығырға 72 сәғәт ҡала тапшырылған тест хаҡында белешмә талап итә. Аңлашылмаусанлыҡтар тыумаһын өсөн, белешмә инглиз телендә яҙыла. Уны тултырғанда сит ил паспортының мәғлүмәттәре кәрәк”, – тип аңлатып үтте республиканың һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Евгений Кустов.
Сит илдән ҡайтҡас, яңынан тест эшләп, һөҙөмтәләрен “Дәүләт хеҙмәттәре” порталына ҡуйырға кәрәк буласаҡ. Был талапты боҙоусыларға штраф ҡаралған.