+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
7 Апрель 2021, 08:40

Республика ил төбәктәре араһында ярлылыҡ кимәле буйынса 26-сы урынды биләй

2019 йыл йомғаҡтары буйынса, Башҡортостан Рәсәй субъекттары араһында ярлылыҡ кимәле буйынса — 26-сы урынды биләй.

2019 йыл йомғаҡтары буйынса, Башҡортостан Рәсәй субъекттары араһында ярлылыҡ кимәле буйынса — 26-сы урынды биләй.
Был турала Башҡортостанстатҡа һылтанма менән республиканың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығынан хәбәр иттеләр. 2018 йылда Башҡортостан ошондай рейтингта 25-се урында булған.
Башстат мәғлүмәттәре буйынса, ярлылыҡ кимәле (Башҡортостанда аҡсалата килеме йәшәү минимумынан аҙыраҡ булған халыҡтың өлөшө) 2019 йылда 12,1% — 490,6 мең кеше тәшкил иткән. 2018 йыл менән сағыштырғанда 12% йәки 487,5 мең кеше. Дөйөм алғанда, Рәсәйҙә халыҡтың ярлы өлөшө (килеме йәшәү минимумы дәүмәленән аҙыраҡ) – 12,3% йәки 18,1 миллион кеше. 2018 йылда – 12,6% йәки 18,4 миллион кеше.
2019 йылдың дүртенсе кварталында йәшәү минимумы 9 222 һумға тиң булһа, бөгөн иһә ул 10 015 һум тәшкил итә.
Башҡорстанстат мәғлүмәттәре буйынса, республикала 4,016 миллиондан ашыу кеше йәшәй.
"Башинформ" мәғлүмәттәр агентлығы материалы нигеҙендә әҙерләнде.
Читайте нас: