Дыуанда үткәрелгән “Көлөү – тормош ул” күңел асыу сараһынан һәр кем күңеле күтәрелеп, дәрт-көс алып ҡайтты.
#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан
Сара “Мәҙәниәт” милли проекты сиктәрендә төҙөлгән Дыуан күп функциялы клубында ойошторолдо.
Программа барышында көлөү, яҡшы кәйеф бер кемде лә ташламаны, ти мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре.
Ҡатнашыусылар ике командаға бүленде. Һәр команда төрлө конкурстарҙа үҙен һынап ҡараны. Ҡыҙыҡлы итеп ойошторолған “Бейеүҙе бел”, “Караоке-баттл”, “Логика ҡайҙа?” һәм башҡа ярыштар һәр кемдең күңелен күтәрҙе.
Фото – БР Мәҙәниәт министрлығының матбуғат хеҙмәте.