16 апрелдә Өфөлә “Торатау” Конгресс-холында Башҡортостан ир-егеттәренең I ҡоро уҙасаҡ. Уны Башҡортостан Башлығы хакимиәте ярҙамында республиканың “Ирҙәр советы” ижтимағи ойошмаһы ойоштора.
Форумда йәмәғәтселәр, эшҡыуарҙар, сәйәсмәндәр, ҡала һәм райондарыбыҙҙан инициативалы ир-егеттәр ҡатнашасаҡ.
Сарала ирҙәр советының эшмәкәрлеген әүҙемләштереү хаҡында һүҙ барасаҡ, ойошманың проекттары координаторҙары берлеге төҙөләсәк. Хәҙерге йәмғиәттә ирҙәрҙең һәм атайҙарҙың социаль статусын күтәреү, Башҡортостандың социаль-иҡтисади үҫешенә улар индергән өлөшкә йәмәғәтселек иғтибарын йәлеп итеү, ҡала, район һәм ауылдарҙың ижтимағи тормошонда ирҙәрҙең ҡатнашыуын әүҙемләштереү маҡсатында “Ил терәге” йәмәғәт наградаһы булдырылған. Форумда иң лайыҡлыларға ошо награда тапшырыласаҡ.
“Бындай сара республикала беренсе тапҡыр уҙғарыла. Ойоштороусылар алдында ауылдарҙан, райондарҙан әүҙем ир-егеттәрҙе туплап, тырышлыҡтарҙы уртаҡ итеп, берлектә эшләү бурысы тора. Урал аръяғында ир-егеттәр берлектәре әле үк бар. Ойошмабыҙ һөҙөмтәләргә өлгәшһен өсөн, эште системаға һалырға, конкрет маҡсаттар билдәләргә һәм уларға бергәләшеп ынтылырға кәрәк. Эшебеҙҙә бер нисә төп йүнәлеш билдәләнгән, улар айыҡ йәшәү рәүешенә, йәмғиәттә атайҙарҙың ролен күтәреүгә, райондарҙа ирҙәр советтары менән эште ойоштороуға ҡағыла”, – тип билдәләне “Башҡортостан ирҙәре советы” рәйесе, Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров.