+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
7 Апрель 2021, 19:19

Гөрләп үҫер аҡ ҡайындар

“Туймазы урман хужалығында” 0,2 гектар майҙанда ҡайын орлоҡтарын Морозов ысулы менән сәстеләр. #миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

“Туймазы урман хужалығында” 0,2 гектар майҙанда ҡайын орлоҡтарын Морозов ысулы менән сәстеләр.
#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан
2020 йылда урман хужалыҡтары тарафынан 2,3 тонна ылыҫлы һәм япраҡлы ағас орлоҡтары (план буйынса – 1,7 тонна) әҙерләнгән. Уларҙың 612 килограмы – шыршы, 1030 килограмы – ҡарағай, 500 килограмы – имән ағасы орлоғо.
Ағастар ултыртҡанда питомниктарҙа районлаштырылған орлоҡтар әҙерләүгә айырыуса иғтибар бирелә. Урмандарҙы тергеҙеү эштәре өсөн республикала 68 урман питомнигы бар.
Урман эшселәре төрлө ағастарҙы ултыртыу технологияһын яҡшы белә. Әле “Туймазы урман хужалығында” 0,2 гектар майҙанда ҡайын орлоҡтарын Морозов ысулы менән сәстеләр.
РСФСР-ҙың атҡаҙанған урмансыһы, РСФСР Дәүләт Премияһы лауреаты, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры Морозов Николай Филиппович Туймазы урман хужалығында 52 йыл хеҙмәт иткән. Ул уйлап тапҡан ҡайын сәсеү ысулы тәбиғи шарттарға яҡын булыуы менән яҡшы. Әҙер бураҙналарға ҡар өҫтөнә орлоҡтар һибелә, нәҙек һалам ҡатламы менән ябыла. Өҫтөн ағас кәртәләр менән ҡаплайҙар. Ҡар ирегәс, тәүге шытымдар күренә. Беренсе йылда улар 10 сантиметрға тиклем үҫә, икенсе йылда 20 сантиметрға етә.
Аға ултыртыу эштәре “Экология” милли проектының “Урмандарҙы һаҡлау” федераль проекты сиктәрендә башҡарыла.
Фото – БР Урман хужалығы министрлығы.
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: