+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
7 Апрель 2021, 13:51

Экологик мәҙәниәтте күтәреү маҡсатында

Башҡортостанда 12 – 17 апрелдә экологик мәғлүмәтлелек аҙнаһы үтә. “Йәшел Башҡортостан” республика экологик белем биреү проекты сиктәрендә төбәктең бөтә мәктәптәрендә һәм өҫтәмә белем биреү учреждениеларында ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эшләү өлкәһендә реформаға һәм сүп-сарҙы айырым йыйыуға арналған тематик дәрестәр һәм кластан тыш саралар ойошторола. #миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

Башҡортостанда 12 – 17 апрелдә экологик мәғлүмәтлелек аҙнаһы үтә. “Йәшел Башҡортостан” республика экологик белем биреү проекты сиктәрендә төбәктең бөтә мәктәптәрендә һәм өҫтәмә белем биреү учреждениеларында ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эшләү өлкәһендә реформаға һәм сүп-сарҙы айырым йыйыуға арналған тематик дәрестәр һәм кластан тыш саралар ойошторола.
#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан
Акцияны БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы Башҡортостан Мәғариф министрлығы менән берлектә ойоштора.
– Экология һәм тәбиғәттән файҙаланыу өлкәһендә дәүләт сәйәсәтенең уңышы күп осраҡта халыҡтың экологик белеменән тора. Шуға ла граждандарҙың экологик мәҙәниәт кимәлен акциялар, фәнни-ғәмәли конференциялар, форумдар, экодәрестәр, оҫталыҡ дәрестәре аша күтәреү үҫеп килгән быуынды тәбиғәтте һаҡлау эшмәкәрлегенә йәлеп итеүҙә төп йүнәлештәрҙең береһе булып тора. Республикала экологик белем биреүгә ҙур иғтибар бүленә, был “Экология” милли проектының “Ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эшләүҙең комплекслы системаһы” федераль проекты маҡсаттарына һәм бурыстарына тулыһынса тап килә, – ти БР тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры урынбаҫары Илдар Ғарифуллин .
БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы мәктәптәр һәм балалар баҡсалары өсөн әҙер экодәрестәр һәм методикалар ҡулланырға кәңәш итә.
Фото – БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы.
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: