+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
7 Апрель 2021, 09:20

Диктант яҙырға Ҡоролтайға кил

Алдағы шәмбелә, 10 апрель көнө, хәҙер инде донъя киңлегенә сыҡҡан “Тоталь диктант” акцияһы үтә.

Алдағы шәмбелә, 10 апрель көнө, хәҙер инде донъя киңлегенә сыҡҡан “Тоталь диктант” акцияһы үтә.
Быйыл диктант яҙыу буйынса үҙәк майҙансыҡтарҙың береһе булараҡ Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай йорто билдәләнгән. Төбәк Парламенты Рәйесе Константин Толкачев республика халҡын был сарала әүҙем ҡатнашырға саҡыра.
Диктант яҙыусыларға популяр Рәсәй яҙыусыһы Дмитрий Глуховский ижадынан текст тәҡдим ителәсәк. Уны билдәле алып барыусылар, йәмәғәт эшмәкәрҙәре, уҡытыусылар уҡыясаҡ.
Беренсе тоталь диктантты 2004 йылда Новосибирск дәүләт университетының гуманитар факультеты студенттары үткәргән. 17 йыл эсендә акция донъя масштабындағы сараға әүерелә. Өфөлә ул тәүге тапҡыр 2012 йылда ойошторола.
Читайте нас: