+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
7 Апрель 2021, 18:27

Башҡортостанға килегеҙ!

Башҡортостан Республикаһы Мәскәүҙә үткән “Интурмаркет” XVI халыҡ-ара турист күргәҙмәһендә ҡатнашты.

Башҡортостан Республикаһы Мәскәүҙә үткән “Интурмаркет” XVI халыҡ-ара турист күргәҙмәһендә ҡатнашты.
Унда “Сулейман-трэвел” һәм “Столица” турфирмаларынан Өфө буйынса экскурсия, “Тәңре” туроператорынан “Пржевальскийҙың атлы-географик экспедицияһы эҙҙәре буйлап”, “Нарыҫтау”, “Ысын Башҡортостан”, “Ҡырағай бал артынан” этнографик турҙары, һыбай маршруттар, RB-Safari джип-туры, VeloRussia вело-туры, “Торатау”, “Янғантау” геопарктары тәҡдимдәре, “Урманда йәшәү”, “Торатауға поход” балалар турҙары, “Йәйғор” лагеры, “Ирәндек” балаларҙы ҡымыҙ менән дауаланыу туры тәҡдим ителде, тип хәбәр итә БР Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте.
Эштәр Башҡортостандың туризмды үҫтереү үҙәге тарафынан ойошторолған. Республика стендына килеүселәр йәйге турҙар менән танышты, шулай уҡ уларҙың солоҡ ҡалыбын, тере бал ҡорттарын, башҡорт тирмәһен үҙ күҙҙәре менән күреү, хуш еҫле сәй менән һыйланыу, республика оҫталары тәҡдим иткән биҙәүестәр, баш кейемдәре, шәлдәр, балсыҡ, күн әйберҙәр һатып алыу мөмкинлеге лә бар ине.
90 квадрат метр майҙанды биләгән “Терра Башҡортостан” стендын көнөнә уртаса 700 кеше ҡараған.
Фото – Башҡортостан Хөкүмәте сайты.
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: