+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
7 Апрель 2021, 11:57

Һайлауҙарға йәмәғәт күҙәтеүселәре әҙерләнә

Башҡортостанда 2021 йылғы һайлауҙарға йәмәғәт күҙәтеүселәренең уҡыуҙары старт алды. Ике аҙналыҡ курстарҙы республика йәмәғәт палатаһының штабы ойошторҙо.

Башҡортостанда 2021 йылғы һайлауҙарға йәмәғәт күҙәтеүселәренең уҡыуҙары старт алды. Ике аҙналыҡ курстарҙы республика йәмәғәт палатаһының штабы ойошторҙо.
Уҡыуҙар 4 майҙанда алып барыла, бынан тыш бөтә муниципалитеттарҙа күсмә семинарҙар уҙғарыласаҡ. Был сараларҙы июнь аҙағына тиклем үткәреү күҙаллана.
- Уҡыуҙарҙың төп бурысы- һайлауҙар һәм сәйәсәт менән ҡыҙыҡһынған кешеләрҙе гражданлыҡ бурысын үтәгән ваҡытта хоҡуҡтарын аңлатыу, йәмәғәт контроленең субъекты булараҡ төрлө осраҡтарҙы закон нигеҙендә хәл итеү һәм профессиональ оҫталыҡты камиллаштырыуға йүнәлтелгән,- ти белгестәр.
Буласаҡ күҙәтеүселәр теоретик һәм практик белем аласаҡ. Уның практик өлөшөндә һайлауҙарҙағы төрлө инцидент булыу ихтималлығы ҡараласаҡ.
Белгестәр фекеренсә, һайлауҙар бик ҡатмарлы процесс. Иң мөһиме кешеләрҙең һайлау участкаларына һәм ундағы эшләгән кешеләргә ышаныс менән ҡарауы. Һуңғы һорау алыуҙар күрһәтеүенсә, тауыш биреүселәр депутаттарға ла, һайлауҙар барышына ла бик ышанып етмәй. Шуға күрә һайлауҙарға республика йәмәғәт палатаһынан бойондороҡһоҙ күҙәтеүселәр әҙерләнәсәк.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: