Ямал-ненец автономиялы округының баш ҡалаһы Салехардта Рәсәйҙә йәшәүсе аҙ һанлы ерле халыҡтарҙың II Форумы башланды. Унда Төньяҡ, Себер һәм Алыҫ Көнсығыш төбәктәренән 300-гә яҡын делегат ҡатнаша.
Президент Владимир Путин форумға йыйылыусыларҙы телеграмма менән тәбрикләгән. Уның эстәлеге Кремлдең рәсми сайтында бирелә.
Ил башлығы, Рәсәйҙең милли байлығы – ул телдәрҙең, йолаларҙың, ғөрөф-ғәҙәттәрҙең күп төрлөлөгө, ә уның нигеҙендә илдә ике йөҙҙән ашыу милләттең татыулыҡта һәм дуҫлыҡта йәшәүе, тип белдерә.
Төньяҡта, Себерҙә һәм Алыҫ Көнсығышта йәшәүсе аҙ һанлы ерле халыҡтарҙы яҡлау, йәшәгән биләмәләрен һаҡлау дуйынса дәүләт кимәлендә ҙур эштәр башҡарылыуын һыҙыҡ өҫтөнә ала Владимир Путин.