+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
7 Апрель 2021, 17:09

33 меңдән арттылар

7 апрелгә ҡарата Башҡортостанда коронавирус йоҡтороусыларҙың дөйөм һаны 33 меңдән артып китте, теүәлерәк итеп әйтһәк, – 33 087. Аҙаҡҡы тәүлектә ауырыуҙар 102-гә күбәйгән.

7 апрелгә ҡарата Башҡортостанда коронавирус йоҡтороусыларҙың дөйөм һаны 33 меңдән артып китте, теүәлерәк итеп әйтһәк, – 33 087. Аҙаҡҡы тәүлектә ауырыуҙар 102-гә күбәйгән.
Әлеге мәлдә стационарҙарҙа дауаланыусылар – 189.
Шуларҙың 14-е ауыр хәлдә, бишәүһен яһалма һулыш аппаратына тоташтырырға мәжбүр булғандар. Табип тәғәйенләгән дауаларҙы өйөндә алыусылар – 3 774.
Тәүлек эсендә, мәкерле сирҙән һауығып, дауахананан сығыусылар – 231. Пандемия башланғандан алып 28 741 кеше коронавирусты еңеүгә өлгәшкән.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, үткән тәүлектә тағы өс яҡташыбыҙ зәһәр инфекциянан вафат булған. Республикала ковид ҡорбандары 383-кә етте.
Дауахананан тыш пневмонияға ҡағылышлы һуңғы мәғлүмәттәр түбәндәгесә: кисәле-бөгөнлө үпкә ялҡынһыныуы 111 сырхауҙа асыҡланған, унан сәләмәтләнеүселәр – 138.
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: