-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
6 Апрель 2021, 12:50

Виртуаль йәргә ышанып, ярты миллиондан ҡолаҡ ҡаҡҡан

Был тарих мөхәббәт тураһында хыялланыусы гүзәл заттарҙы виртуаль донъяла аралашҡанда һаҡ булырға саҡырыр.

Был тарих мөхәббәт тураһында хыялланыусы гүзәл заттарҙы виртуаль донъяла аралашҡанда һаҡ булырға саҡырыр.
Өфөлә йәшәүсе 66 йәшлек ҡатын быйыл февраль уртаһында социаль селтәрҙә бер уҙаман менән таныша. Ир үҙен, сит ил кешеһемен, тип таныштыра. Виртуаль хатлашыу тиҙ арала ҡайнар аралашыуға әйләнә. Матур-матур һүҙҙәр яуҙырып, ир ханымдың йөрәген яулай. Осрашыу тураһында һүҙ алып бара башлайҙар.
“Сит ил егете” бер көндө, яныңа бик килер инем дә аҡсам етмәй шул, ти, ҡатынды ҡайғыға һалып. Ихлас күңелле ханым үҙ ярҙамын тәҡдим итә һәм уға 500 мең һумдан ашыу аҡса күсерә. Был хәлдән һуң ир бәйләнешкә сығыуҙан туҡтай. Шулай итеп, ханым бер ҡатлылығы арҡаһында кәкре ҡайынға терәлеп ҡала. Ул полицияға мөрәжәғәт итергә мәжбүр була.
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: