Баймактарҙы ошо көндәрҙә Рәсәй телеканалы күрһәтһә, билдәле Өфө блогеры Рөстәм Нәбиев беренсе каналда барған “Мужское/ Женское” тапшырыуында ҡатнашып ҡайтты. Яҡташыбыҙҙы унда махсус саҡырғандар. Был турала блогер үҙенең сәхифәһендә хәбәр итте һәм тапшырыуҙан видео яҙмалар һалды.
Рөстәм Нәбиев билдәләүенсә, ул Мәскәүгә, үҙәк телевидение тапшырыуҙарына саҡырыу алған.
- Бик шатмын. Әгәр ҙә мине саҡырып, фекерҙәремде, тормошҡа ҡарашымды белергә теләйҙәр икән, тимәк дөрөҫ йүнәлештә хәрәкәт итәм. Программаны алып барыусылар - Юлия Барановская һәм Александр Гордон менән таныштым. Юлияның һуңынан әйткән һүҙҙәре хәтерҙә ҡалды. Ул миңә: “Тапшырыу тамамланғанын түҙемһеҙлек менән көттөм, һине бик тә ҡосағыма алаһым килде”- тине.
Блогер белдереүенсә, тапшырыуҙың эфирға сығыу ваҡыты билдәһеҙ, ул был турала социаль селтәрҙәрҙә хәбәр бирәсәк.
Шулай уҡ Рөстәм Нәбиев үҙенең сираттағы экспедицияһы хаҡында ла һөйләп үтте. Билдәле булыуынса, Эльбрусты яулағандан һуң, Рөстәм Гималай тауҙарына үрмәләргә йыйына. Был юлы блогерҙың рекордын төшөрәсәктәр һәм уны башҡаларға ла күрһәтеү мөмкинлеге буласаҡ.