Яңауыл районы халҡы үткән ял көнөн спортҡа арнаған. 300 кеше Бөтә донъя һаулыҡ көнөнә бағышланған “Тормошҡа табан 10000 аҙым” Бөтә Рәсәй акцияһында ҡатнашҡан.
#миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан
“Демография” милли проекты сиктәрендә үткәрелгән спорт сараларында ҡатнашыусылар һаны йылдан-йыл арта бара, тип белдерә Яңауыл районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге хеҙмәткәрҙәре.
“Тормошҡа табан 10000 аҙым” Бөтә Рәсәй акцияһы дүрт йыл элек башланған. Ул Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһының кешенең нормаль физик әүҙемлегенә булышлыҡ итер өсөн көнөнә 6 – 10 мең аҙым үтергә кәңәшенә нигеҙләнә. Программа һауыҡтырыуҙың тәбиғи ысулдарын үҫтереү һәм пропагандалауға йүнәлгән һәм “Иң яҡшы сәләмәтлек – иң аҙ сығым менән” принцибына таяна.
Финишта һәр ҡатнашыусыға ун мең аҙым дистанция үтеүе тураһында сертификат тапшырыла.
Фото – Яңауыл районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.