-9 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
6 Апрель 2021, 16:00

“Прививка – сирҙән һаҡланыуҙың иң ышаныслы юлы”

“Еврокомиссия Европала коронавирустың өсөнсө тулҡыны башланыуы хаҡында хәбәр итте, – тип белдерҙе бөгөн үҙенең социаль селтәрҙәге сәхифәһендә Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров.

“Еврокомиссия Европала коронавирустың өсөнсө тулҡыны башланыуы хаҡында хәбәр итте, – тип белдерҙе бөгөн үҙенең социаль селтәрҙәге сәхифәһендә Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров. – Күп илдәр сиктәрҙе ябалар, локдаун иғлан итәләр, карантин сараларын көсәйтәләр. Пандемияның өсөнсө тулҡыны Рәсәйгә лә килеп етмәҫ, тип әйтеп булмай”.
Андрей Назаров бындай хәлдә республикала вакцинациялау буйынса тырышлыҡтың айырым әһәмиәткә эйә булыуын билдәләй. Вакцина һәр кемде сирҙән шәхсән һаҡлаһа ла, коллектив иммунитет барлыҡҡа килһен өсөн, халыҡтың 50 проценттан ашыуының прививка яһатыуы кәрәк, ти ул.
Бөгөнгө көндә республикала вакцинаның ике компонентын да 100 меңдән ашыу кеше алған, уларҙың өстән бер өлөшө тиерлек – оло йәштәгеләр. Өлкәндәрҙең сәләмәтлегенә айырым иғтибар бүленә, сөнки улар юғары хәүеф төркөмөнә ҡарай.
“Яҡын арала беҙ вакцинаның яңы партияһын көтәбеҙ. Прививка – һаулыҡты һаҡлауҙың иң ышаныслы юлы, тип һанайым. Әйтеүемсә, мин уны сентябрҙә үк, ирекмән булараҡ яһаттым. Бөтәһе лә тыныс, эҙемтәләрһеҙ үтте”, – тип бүлешә Премьер-министр.
“Вакцинаның ыңғай һөҙөмтәләре раҫланһа ла, уны яһатырға теләмәүселәр бар әле. Әгәр сир әле ҡағылмай үтһә, һуңыраҡ йоғоуы ихтимал. Ә эҙемтәләре һеҙҙең өсөн генә түгел, яҡындарығыҙ өсөн дә көтөлмәгәнсә ауыр булыуы бар. Бынан тыш, һауығыуға һәм сирҙән һуң аяҡҡа баҫыуға айҙар үтергә мөмкин. Ниңә улай сәләмәтлекте хәүеф аҫтына ҡуйырға? Прививка яһатығыҙ!” – тип тамамлай яҙмаһын Андрей Назаров.
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: