+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
6 Апрель 2021, 09:55

Үлтереү менән янаған

Күмертау ҡалаһында ауырыуға ярҙамға килгән “Тиҙ медицина ярҙамы” табибына үлтереү менән янағандар.

Күмертау ҡалаһында ауырыуға ярҙамға килгән “Тиҙ медицина ярҙамы” табибына үлтереү менән янағандар.
Юғары ҡан баҫымы менән яфаланған ҡатынға саҡырыу буйынса килгән табибҡа ауырыу янында булған 49 йәшлек ир һөжүм итә. Тәүҙә ул “Тиҙ медицина ярҙамы” машинаһының оҙаҡ килеүенә дәғүә белдерә. Артабан янауҙарға күсә. “Мин һине һуям. Пистолетым бар, мин һине атам”, - тип ябырыла. Шунан, ҡайнап торған сәйнүкте табиптың баш осонда тотоп, бешереп үлтерәм хәҙер, тип янай.
Был хәл айҡанлы енәйәт эше ҡуҙғатыла, ирҙе ике йылға хөкүм итәләр. Ғәйебен таныуын, ҡылығы өсөн үкенеүен, тәфтиштәргә енәйәт айышын асыуҙа ярҙамлашҡанын иҫәпкә алып, Енәйәт кодексының 73-сө статьяһы нигеҙендә ул бер йылға һынау срогы менән шартлы язаға алмаштырыла.
Автор:Рәсүл Байгилдин
Читайте нас: