+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
6 Апрель 2021, 09:15

Иң шәп атайҙар өсөн булдырылған

Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы быйыл икенсегә “Атайлыҡ даны” йәмәғәт наградаһына дәғүәселәр араһында республика конкурсы үткәрә, тип хәбәр иткәйнек инде.

Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы быйыл икенсегә “Атайлыҡ даны” йәмәғәт наградаһына дәғүәселәр араһында республика конкурсы үткәрә, тип хәбәр иткәйнек инде.
Конкурс 2025 йылға тиклем иҫәпләнгән республика Ғаилә сәйәсәте концепцияһының икенсе этабы сараларына ярашлы ойошторола.
“Атайлыҡ даны” наградаһы балаларына яҡшы тәрбиә биргән, сәләмәт тормош рәүеше алып барған, ғаилә ҡиммәттәрен, йолаларын һаҡлауға, тергеҙеүгә, йәмғиәттә әхлаҡи мөхитте һауыҡтырыуға шарттар тыуҙырған, район-ҡаланың йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнашҡан атайҙарҙың ҡаҙаныштарын билдәләү өсөн булдырылған.
Конкурста, уның шарттары буйынса, Башҡортостанда биш йылдан да кәм йәшәмәгән, шулай уҡ балалар тәрбиәләүҙә (бында уллыҡҡа, ҡыҙлыҡҡа алынған балалар ҙа инә) кәмендә биш йыл тәжрибәһе булған Рәсәй граждандары ҡатнаша ала.
Наградлау тураһындағы мөрәжәғәт предприятиелар, ойошмалар, учреждениелар коллективтары тарафынан төҙөлә һәм кандидаттың ғаиләһе йәшәгән ҡала-район хакимиәтенә ҡараған Йәмәғәт советы (палатаһы) аша ҡарау өсөн тапшырыла.
Бәйгелә ҡатнашыу өсөн заявкалар 15 апрелгә тиклем ҡабул ителә.
Заявканы [email protected] адресына “Атайлыҡ даны” билдәһен ҡуйып ебәрергә кәрәк. Өҫтәмә белешмә өсөн телефон: 8(347)-280-82-36.
Читайте нас: