-5 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
6 Апрель 2021, 08:55

“Гараж амнистия”һы тураһында закон

Президент Владимир Путин “гараж амнистия”һы тураһында законға ҡул ҡуйҙы, тип хәбәр ителә хоҡуҡи мәғлүмәттәр интернет-порталында.

Президент Владимир Путин “гараж амнистия”һы тураһында законға ҡул ҡуйҙы, тип хәбәр ителә хоҡуҡи мәғлүмәттәр интернет-порталында.
Уға ярашлы, 2004 йылдың 30 декабрендә ҡабул ителгән Ҡала төҙөлөшө кодексы үҙ көсөнә ингәнгә тиклем төҙөлгән гараждарҙы граждандар рәсмиләштерә һәм улар ултырған дәүләт һәм муниципаль ерҙе бушлай үҙ исеменә күсерә ала. Милекте һәм ерҙе хосусилаштырыу өсөн бер ғариза яҙыу ҙа етә. Был, артыҡ документтар тултырып, уның артынан йөрөп, ваҡыт сарыф итмәү өсөн ҡулай.
Закон үҙ көсөнә ағымдағы йылдың 1 сентябрендә инә.
Автор:Рәсүл Байгилдин
Читайте нас: