+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
6 Апрель 2021, 10:43

Фольклориадала 56 ил ҡатнашыу теләген белдергән

Башҡортостан хөкүмәтендә VI Бөтә донъя Фольклориада байрамын үткәреүгә әҙерлек барышы хаҡында фекер алышыу үтте. Мәғлүм булыуынса, республикала халыҡ-ара форум 2021 йылдың июлендә уҙғарыла.

Башҡортостан хөкүмәтендә VI Бөтә донъя Фольклориада байрамын үткәреүгә әҙерлек барышы хаҡында фекер алышыу үтте. Мәғлүм булыуынса, республикала халыҡ-ара форум 2021 йылдың июлендә уҙғарыла.
Фольклориада байрамын үткәреү йәйҙең йәмле айында, 3- нән 10 июлгә тиклем планлаштырылған. Уның сиктәрендә республикала 50 концерт программалары, мәҙәниәт буйынса халыҡ-ара конференция, донъя халыҡтары музыка ҡоралдары фотокүргәҙмәләрt, оҫтаханалар , халыҡ уйындары майҙансыҡтарын ойоштороу күҙалланған.
Хөкүмәт премьер- министр урынбаҫары Аат Баҙранов әйтеүенсә, эштәр сара графигына ярашлы алып барыла, әммә төп иғтибар коронавирусты профилактикалауға йүнәлтелгән.
- Аэропортта уҡ Фольклориадаға килгән кешеләргә экспресс тест үткәрелә. Улар үҙҙәрендә яһалған анализдар менән килһә лә, ул 72 сәғәт эсендә ғәмәлдән сыға. Шуға күрә Өфөлә махсус бригадалар әҙер буласаҡ. Мохтажлыҡ булғанда сирлеләрҙе дауалау һәм карантинға ябыу осраҡтарын да күҙ уңынан ысҡындырмайбыҙ,- тине вице- премьер.
Ҡайһы бер илдәр дәүләтендәге эпидемиологик һәм иҡтисади хәлде күҙ уңында тотоп, халыҡ-ара форумда ҡатнашыуҙан баш тартҡан. Әлеге көндә исемлектә 56 ил вәкилдәре бар.
Был аҙнала ойоштороу төркөмө райондарға сығып хәүефһеҙлек сараларын тикшереү буйынса эш башлай. Шулай уҡ фольклориада сайтында, форумды яҡтыртыусы журналистарҙы аккредитациялау башланды.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: