+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
6 Апрель 2021, 11:11

Дөрөҫ һәм сәләмәт туҡланыу

Йәнә мәктәп ашханаһындағы туҡланыу иғтибар үҙәгендә. Башҡортостан хөкүмәтендә дүшәмбе көн тағы ошо мәсьәлә ҡаралды. Аш- һыуҙың көндәлек сифатын тикшереү өсөн яңы система эшләй башлаясаҡ.

Йәнә мәктәп ашханаһындағы туҡланыу иғтибар үҙәгендә. Башҡортостан хөкүмәтендә дүшәмбе көн тағы ошо мәсьәлә ҡаралды. Аш-һыуҙың көндәлек сифатын тикшереү өсөн яңы система эшләй башлаясаҡ.
Сауҙа һәм хеҙмәтләндереүҙәр министры Алексей Гусев билдәләүенсә, әлеге ваҡытта мәктәптәрҙә ата-әсәләр өсөн асыҡ ишектәр көнө дауам итә. Улар килеп аҙыҡ- түлектең сифатын тикшереп, бешерелгән аш-һыуҙы тәмләй ала. Өфөлә был сараларҙа 2 меңдән ашыу ата- әсә, мәктәп менюһында абруй менән файҙаланған аштарҙы билдәләп тауыш биреүҙә ҡатнашҡан.
Бынан тыш мәктәп сайтында аҙна һайын менюлар баҫылып бара, сифатты билдәләүсе комиссияға ата- әсәләр ҙә индерелгән.
Ведомство етәксеһе әйтеүенсә, 15 апрелдән көндәлек мониторингтың күп кимәлле системаһы эшләй башлай. Йәғни уны “Башҡортостандың берҙәм мәғариф мөхите” тигән дәүләт мәғлүмәт системаһы аша күҙәтеп барырға мөмкин.
Ағымдағы йыл башынан барлығы мәктәптәрҙә 200-н ашыу тикшереү үткәрелгән. Дөйөм алғанда, хәл тотороҡлана тип билдәләнгән.
Башҡортостан Башлығының социаль коммуникациялар буйынса идаралыҡ етәксеһе Елена Прочаковская әйтеүенсә, “Инцидент менеджмент” системаһына 352 мөрәжәғәт килгән, шуның иң күбе февраль айында теркәлгән. Ата- әсәләр аш- һыуҙың тәменә, уның һалҡын һәм порцияларҙың бәләкәй булыуына зарланған.
Республика Башлығы Радий Хәбириов әйтеүенсә, әлеге ваҡытта ашханаларҙа йыһаздар алыштырыла,балалар өсөн урындар арттырыла.
-Мәктәптәрҙә сәләмәт һәм дөрөҫ туҡланыуҙы пропагандалау булырға тейеш, -тине Радий Фәрит улы.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: