+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
6 Апрель 2021, 08:59

Дәүләкәндәр етештергән аяҡ кейеме сит илгә сығырмы?

Ошо көндәрҙә “Тиҙ экспорт ярҙамы” республика мобиль бригадаһы Дәүләкән районының экспортҡа йүнәлеш алған предприятиеларында булды.#миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан

Ошо көндәрҙә “Тиҙ экспорт ярҙамы” республика мобиль бригадаһы Дәүләкән районының экспортҡа йүнәлеш алған предприятиеларында булды.
#миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан
Мобиль бригада БР тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге буйынса дәүләт комитеты, Экспортҡа ярҙам үҙәге, Рәсәй экспорт үҙәгенең Өфөләге вәкиллеге, Башҡортостандың ауыл хужалығы, сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министрлыҡтары, “Башҡортостан Республикаһының үҫеш корпорацияһы”, “Һынау үҙәге” ойошмалары белгестәренән тора.
Проекттың төп бурысы – сит ил баҙарына сығарыуға республика экспортын тәьмин итеү өсөн потенциаль экспортерҙар табыу.
Сәфәр барышында “Дәүләкән аяҡ кейеме фабрикаһы” ойошмаһының етештереү майҙаны ҡаралды, экспортҡа сығыу өсөн эҙмә-эҙлекле план һәм дәүләт ярҙамы сараларынан торған шәхси юл карталары әҙерләү өсөн чек-листар тултырылды. Предприятие етәксеһе Светлана Хәбибуллина әйтеүенсә, сит ил баҙары менән эш алгоритмдарын булдырыу буйынса был ҙур ярҙам продукцияны тәҡдим итеү географияһын киңәйтергә мөмкинлек бирә.
Фото – Дәүләкән районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: