+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
6 Апрель 2021, 11:48

Баймаҡтарҙы Рәсәй телеканалында күрһәттеләр

“Айыҡ ауыл” республика конкурсында ҡатнашҡан Баймаҡ районы Түбәнге Яйыҡбай ауылы халҡын Рәсәй телеканалында күрһәттеләр. Ауыл халҡы биш миллион һумлыҡ төп призға дәғүә итә.

“Айыҡ ауыл” республика конкурсында ҡатнашҡан Баймаҡ районы Түбәнге Яйыҡбай ауылы халҡын Рәсәй телеканалында күрһәттеләр. Ауыл халҡы биш миллион һумлыҡ төп призға дәғүә итә.
Ниғәмәт ауыл советы рәйесе Булат Тайбуғин әйтеүенсә, был аҡсаларҙы улар ауылды төҙөкләндереүҙә, юлдарҙы тәртипкә һалыуға тотонасаҡ. Тик еңеүҙе көтөргә генә ҡала.
Район ерлегендә ҙур булмаған ауыл элек- электән уңған, тәртипле халҡы менән айырылып тора. Урында кешеләргә дини тәрбиә биреү, дөрөҫ юлға баҫтырыу өсөн мәсет бар, сауҙа нөктәләрендә күптән спиртлы эсемлектәр һатылмай. Хатта был турала иғлан да эленеп ҡуйылған.
Күптән байрам саралары, туйҙар айыҡ үткәрелә һәм төрлө мәжлестәрҙә лә кешеләр һутҡа, буҙаға өҫтөнлөк бирә. Урында телевидение һәм баҫма ойошторолған. Улар ҙа айыҡ тормошто пропагандалауға үҙ өлөшөн индерә. Ә ололарҙың күбеһе байтаҡтан бирле скандинав хәрәкәтенә баҫҡан. Ошо турала Рәсәй телеканалының Башҡортостандағы хәбәрсеһе Морат Зарипов матур сюжет төшөрөп күрһәтте.
Республиканың “Айыҡ ауыл” конкурсы Рәсәй кимәленә сыҡты һәм ул моғайын да күп төбәктәр өсөн өлгө булып торалыр.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: