+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
5 Апрель 2021, 13:44

Әй урамында автомобиль хәрәкәте сикләнә

Инженер селтәрҙәрендәге эштәргә бәйле, Өфөнөң Әй урамында ваҡытлыса өлөшләтә хәрәкәт туҡтатыла.#миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан

Инженер селтәрҙәрендәге эштәргә бәйле, Өфөнөң Әй урамында ваҡытлыса өлөшләтә хәрәкәт туҡтатыла.
#миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан
8 Март урамында “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проекты сиктәрендә барған реконструкцияға бәйле, газ үткәргесендә эштәр башҡарыла. Шул сәбәпле Әй һәм 8 Март урамдары киҫелешенән алып Әй урамы буйынса 87-се йортҡа тиклем юлдың ике полосаһында транспорт хәрәкәте өлөшләтә ябыла.
Сикләүҙәр 5 апрель 00.00 сәғәттән алып 8 апрель 24.00 сәғәткәсә һуҙыла.
Транспорт хәрәкәте ике яҡтағы буш полосаларҙан дауам итә.
Өфө ҡала хакимиәте сикләүҙәрҙе аңлап ҡабул итергә саҡыра, уңайһыҙлыҡтар өсөн ғәфү үтенә һәм маршрутты алдан билдәләргә кәңәш итә.
Фото – Өфө ҡала хакимиәте.
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: