+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
5 Апрель 2021, 20:27

Тағы дүрт ғүмер өҙөлгән

Үкенескә күрә, ковид ҡорбандары көн һайын өҫтәлеп тора. Үткән тәүлектә инфекция йәнә дүрт ғүмерҙе өҙгән, ял көндәрендә ете ауырыу вафат булғайны.

Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, 5 апрелгә ҡарата республикала коронавирус йоҡтороусыларҙың дөйөм һаны 32 881 иҫәпләнә. Тәүлек эсендә сир тағы 103 кешелә асыҡланған.
Бөгөнгө көндә стационарҙарҙа 213 сырхау ята. 14-енең хәле ауыр, дүртәүһе – яһалма һулыш аппаратында. Өйҙәрендә дауаланыусылар – 3 931.
Аҙаҡҡы тәүлектә 121 кеше, мәкерле вирусты еңеп, дауахананан сыҡҡан. Пандемия башланғандан алып 28 359 яҡташыбыҙ һауығыуға өлгәшкән.
Үкенескә күрә, ковид ҡорбандары көн һайын өҫтәлеп тора. Үткән тәүлектә инфекция йәнә дүрт ғүмерҙе өҙгән, ял көндәрендә ете ауырыу вафат булғайны. Коронавирустан донъя ҡуйыусылар 378-гә етте.
Министрлыҡ дауахананан тыш пневмонияға ҡағылышлы мәғлүмәттәрҙе лә хәбәр итә. Кисәле-бөгөнлө үпкә ялҡынһыныуы диагнозы 63 кешегә ҡуйылған, унан сәләмәтләнеүселәр – 88.
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: