-9 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
5 Апрель 2021, 16:25

Прививка яһатыусылар артҡандан-арта

Башҡортостанда коронавирустан вакцинация дауам итә. Республикабыҙға йәмғеһе 183 692 доза вакцина килгән. 5 апрелгә ҡарата уның тәүге компонентын 151 180 кеше яһатҡан, икенсе компонентын эшләтеүселәр – 102 209.

Хәтерегеҙгә төшөрөп үтәбеҙ: коронавирустан прививканы үҙегеҙҙең поликлиникала яһата алаһығыҙ. Бының өсөн регистратура йәки “Дәүләт хеҙмәттәре” порталы аша яҙылырға кәрәк.
Республикала шулай уҡ вакцинациялау буйынса биш мобиль пункт эшләй. Улар Өфөлә Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры бинаһында, “Мега”, “Планета”, “Башкирия” сауҙа үҙәктәрендә, Стәрлетамаҡта “СитиМолл” сауҙа үҙәгендә урынлашҡан. Мобиль пункттарҙа 3 663 кеше прививка яһатҡан да инде.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республика Һаулыҡ һаҡлау министрлығына хеҙмәт коллективтарында вакцинация ойоштороу буйынса эре предприятиелар менән әүҙемерәк эшләргә ҡушты.
– Беҙҙең бурыс – COVID-19-ҙың өсөнсө тулҡыны ҡағылмаһын өсөн, йәйгә тиклем мөмкин ҡәҙәр күберәк кешеләрҙе вакцинациялау, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды республика етәксеһе.
Фото "Башинформ"дан алынды.
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас в