+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
5 Апрель 2021, 08:40

Китапханасылар ҙа уҡый

“Мәҙәниәт” милли проекты сиктәрендә Күгәрсен район китапханаһы хеҙмәткәрҙәре дистанцион рәүештә белемен камиллаштыра.#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

“Мәҙәниәт” милли проекты сиктәрендә Күгәрсен район китапханаһы хеҙмәткәрҙәре дистанцион рәүештә белемен камиллаштыра.
#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан
Күгәрсен үҙәк район китапханаһының баш китапханасыһы Елена Коннова әйтеүенсә, уҡыуҙар китапханасы эшенә яңыса ҡарарға мөмкинлек бирә. “Өйрәнгән көндәлек эшкә лә икенселәй ҡараш барлыҡҡа килә”, – ти ул.
“Йәмғиәттә барған үҙгәрештәр артынан өлгөрөр өсөн китапханасы бер туҡтауһыҙ уҡырға тейеш. Беҙҙең һөнәри кимәлебеҙ китапхананың киләсәген билдәләй. Яҡшы китапханасы һанлы технологияларҙы һәйбәт белергә тейеш. Белем алыу барышы уңайлы ойошторолған булыуы ла оҡшаны”, – ти үҙәк район китапханаһының тыуған яҡты өйрәнеү бүлеге баш китапханасыһы Айгөл Абдуллина.
Уҡыуҙар 9 мартта башланған, 20 апрелгә тиклем дауам итә.
Фото – БР Мәҙәниәт министрлығы.
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: