-11 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Новости
5 Апрель 2021, 09:40

Халыҡ һаны кәмей

“Яңылыҡтар” мәғлүмәт агентлығы килтергән күрһәткестәргә ярашлы, 2018 – 2021 йылдарҙа Рәсәйҙә халыҡ һаны 711 мең кешегә, йәғни 0,5 процентҡа кәмегән.

“Яңылыҡтар” мәғлүмәт агентлығы килтергән күрһәткестәргә ярашлы, 2018 – 2021 йылдарҙа Рәсәйҙә халыҡ һаны 711 мең кешегә, йәғни 0,5 процентҡа кәмегән.
Рәсәй Хөкүмәте вице-премьеры Татьяна Голикова “Һаулыҡ һаҡлау” һәм “Демография” милли проекттар буйынса комитет ултырышында, Рәсәй халҡы, килеп тыуған объектив демографик сәбәптәргә бәйле, яҡын йылдарҙа кәмеүен дауам итәсәк, тип белдерҙе. Уның фекеренсә, ғүмер оҙайлығын арттырыу тураһында Президент Владимир Путин ҡуйған бурысты атҡарып сығыу өсөн медицина сифатын һәм уның һәр кем өсөн асыҡ булыуын тәьмин итергә, кешеләрҙе сәләмәт тормош алып барырға өйрәтергә кәрәк.
Халыҡ һаны, дөйөп иҫәптән сығып алғанда, Тамбов (3,8 процентҡа) һәм Магадан (3,5) өлкәләрендә кәмегән. Ә абсолют һандарҙа иң ҙур юғалтыу Саратов (66,5 мең кешегә), Кемеров (60,9 мең), Нижегородск (56,9 мең) өлкәләрендә күҙәтелгән.
Процент күрһәткестәре буйынса артыу Севастополдә (16,8%), Ингушетияла (5,6%), Ленинград өлкәһендә (4,3%) теркәлгән.
Автор:Рәсүл Байгилдин
Читайте нас: