+10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
5 Апрель 2021, 15:30

Дим дауаханаһы ковид-госпиталь булыуҙан туҡтаны

Өфө ҡалаһының Дим биҫтәһендәге дауахана коронавирус менән ауырыусыларҙы ҡабул итеүҙе тамамланы.

Өфө ҡалаһының Дим биҫтәһендәге дауахана коронавирус менән ауырыусыларҙы ҡабул итеүҙе тамамланы. Был турала Хөкүмәттең бөгөнгө оператив кәңәшмәһендә вице-премьер – һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин белдерҙе. “Дауахана планлы эшкә күсергә йыйына”, – тип билдәләне ул.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Дим дауаханаһының тәүгеләрҙән булып ковид-госпиталь итеп үҙгәртелеүен хәтергә төшөрөп китте.
“Бөтә хеҙмәткәрҙәргә, барлыҡ коллективҡа ҙур рәхмәт һүҙҙәре еткерәм. Һеҙҙең аша бик күп ковид-ауырыуҙар үтте, уларға һеҙ ваҡытында һәм квалификациялы ярҙам күрһәттегеҙ”, – тине Радий Хәбиров.
Республикала йоғошло ауырыуҙар өсөн госпиталь итеп үҙгәртелгән дауаханалар яйлап ҡәҙимге эш форматына күсерелә. Әле ковид-ауырыуҙар өсөн тәғәйен койкалар – 1 668, шуларҙың 10 проценты буш.
Фото "Башинформ"дан алынды.
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: