+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
5 Апрель 2021, 16:01

Бьюти-кластер осрашты

Эшҡыуарҙар ассоциацияһы Стәрлетамаҡтың һаулыҡ һәм матурлыҡ өлкәһендә эшләгән бизнес вәкилдәре менән эшлекле осрашыу үткәрҙе. #миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан

Эшҡыуарҙар ассоциацияһы Стәрлетамаҡтың һаулыҡ һәм матурлыҡ өлкәһендә эшләгән бизнес вәкилдәре менән эшлекле осрашыу үткәрҙе.
#миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан
Ҡаланың матурлыҡ салондары хужалары үҙ-ара танышты, был өлкәлә мәсьәләләрҙе күтәрҙе. Бына улар: матурлыҡ һәм сәләмәтлек индустрияһында конкуренттар лицензияһыҙ килеш хеҙмәт тәҡдим итә; салон хеҙмәткәрҙәренең эше баһаһы төшөрөлә; килемдең 50 проценты ҡуртым өсөн түләүгә китә; был өлкәлә практикаһыҙ уҡытыусылар күп.
Осрашыуҙа ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары, бизнес-шериф Гүзәл Ситдиҡова, Эшҡыуарҙар ассоциацияһы рәйесе Екатерина Фризен, башҡарма директоры Мария Орешникова ҡатнашты.
Эш төркөмө күтәрелгән мәсьәләләрҙе законлы рәүештә хәл итеү өсөн урындағы депутаттарға закон проекты тәҡдим итергә һәм “Рәхим итегеҙ” осрашыуы ойошторорға ҡарар сығарҙы, тип хәбәр итә Стәрлетамаҡ ҡала хакимиәте.
Сара “Эшҡыуарлыҡ” милли проектының “Эшҡыуарлыҡты популярлаштырыу” федераль проекты сиктәрендә үтте.
Киләһе осрашыу 13 апрелгә билдәләнгән. Бьюти-кластер чатына ҡушылыр өсөн 89177436695 телефонына хәбәр яҙырға мөмкин.
Фото – Стәрлетамаҡ ҡала хакимиәте.
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: