-13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
2 Апрель 2021, 16:22

Завод эшселәре ковидтан прививка яһата

Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһендә ғинуар айынан алып хеҙмәткәрҙәргә коронавирусҡа ҡаршы вакцина эшләү ойошторолған. 1 апрелгә ҡарата берекмәлә 1839 кеше прививка яһатҡан.

Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһендә ғинуар айынан алып хеҙмәткәрҙәргә коронавирусҡа ҡаршы вакцина эшләү ойошторолған. 1 апрелгә ҡарата берекмәлә 1839 кеше прививка яһатҡан, күбеһе вакцинаның ике компонентын да алған.
Препараттың беренсе компонентын ҡаҙатҡандан һуң иртәгәһенә хеҙмәткәрҙәргә түләүле ял көнө бирелә. Әгәр прививка йома көндә йәки байрам алдынан эшләнһә, ял көнө артабанғы эш көнөнә күсерелә.
Раҫланған COVID-19 диагноздары булмаған завод эшселәренең кәмендә 60 процентын вакцинация менән солғау күҙҙә тотола.
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас в