+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
2 Апрель 2021, 15:04

“Яңы моң” проектына Рәсәй йондоҙо Валерий Меладзе ла ҡушылды

Башҡортостанда беренсе каналда барған “Тауыш” форматына оҡшаш проект тормошҡа ашырыла. “ Яңы моң” халыҡ- ара музыкаль конкурстың етәксеһе, йәштәр кумиры Радик Юлъяҡшин (Элвин Грей), ә жюриға билдәле Рәсәй йондоҙо Валерий Меладзе ла килеп ҡушылды.

Башҡортостанда беренсе каналда барған “Тауыш” форматына оҡшаш проект тормошҡа ашырыла. “ Яңы моң” халыҡ- ара музыкаль конкурстың етәксеһе, йәштәр кумиры Радик Юлъкшин (Элвин Грей), ә жюриға билдәле Рәсәй йондоҙо Валерий Меладзе ла килеп ҡушылды.
“Яңы моң” тип аталған программаны йәнә эфирҙа көтөп ҡалалар. Уның баһалама ағзалары сафында йырсы Элвин Грей, Рәсәй йондоҙо Валерий Меладзе, танылған продюсер Лина Арифуллина, ул беҙгә “Йондоҙҙар фабрикаһы” аша таныш, актер, режиссер һәм йырсы Азат Йыһаншинды күрәсәкәбеҙ. Шулай уҡ йәш йырсы Гөлназ Асаева ла был команда ла эшләй. Ул ошоға тиклем бәйгеселәрҙе һайлап алыу турында ҡатнашты. Шулай уҡ конкурсҡа килеүселәрҙең тауыштарын Башҡортостандың халыҡ артисы Фидан Ғафаров баһаланы.
Йыр бәйгеһенең шарты буйынса , унда 18- 35 йәшкә тиклемге конкурсанттар ҡатнаша ала.
Улар йырҙарын теләк буйынса өс телдә- башҡорт, рус, инглиз телдәрендә яҙҙырып кастингҡа ебәрҙе. Конкурсҡа сыҡҡандарҙың сығышын Башҡортостан Юлдаш каналы аша ҡарарға мөмкин.
Билдәле булыуынса, йырсы Радик Юльякшин етәкселегендәге проект Республика Башлығының яҡлауы менән тормоша ашырыла. Уның маҡсаты йәш башҡарыусыларға ярҙам итеү, уларҙы ил кимәленә сығарыу, милли моңдо танытыу.
Бәйге халыҡ-ара форматта бара. Унда Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙ, барлығы 7 республиканан заявкалар ҡабул ителгән, Мәскәү вәкилдәре лә бәйгелә көсөн һынап ҡараны.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: