-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
2 Апрель 2021, 09:15

“Витязь” – Башҡортостан ғорурлығы

Кисә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Уралвагонзавод” концернының генераль директоры Александр Потапов менән Ишембайҙағы “Витязь” машиналар эшләү заводында булды.

Кисә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Уралвагонзавод” концернының генераль директоры Александр Потапов менән Ишембайҙағы “Витязь” машиналар эшләү заводында булды.
Предприятие “Ростех” дәүләт корпорацияһының “Уралвагонзавод” фәнни-етештереү корпорацияһына инә. Унда юлһыҙ ерҙән үтә алған транспорт саралары сығарыла. Гусеницалы “Витяз”дарҙы, ҡотҡарыусыларҙан, яғыулыҡ-энергетика комплексы предприятиеларынан тыш, Арктика шарттарында Рәсәй хәрбиҙәре лә файҙалана. Машина 30 тоннаға тиклем йөктө башҡа техника үтә алмаған урынға алып барып еткерә ала.
Завод 1977 йылда асылған һәм Рәсәйҙә бындай махсус техника етештергән берҙән-бер предприятие булып тора.
Юғары ҡунаҡтар етештереү цехтарын ҡарап сыҡты һәм предприятие хеҙмәткәрҙәренә дәүләт наградалары тапшырҙы, тип хәбәр итә “Башинформ” мәғлүмәт агентлығы.
Предприятиеның генераль директоры Ирек Арыҫланов әйтеүенсә, әле яңы модификациялы транспортерҙар етештереү буйынса инвестиция проекты тормошҡа ашырыла. Йәлеп ителгән финанс һалыуҙар күләме - 802,6 миллион һум.
Автор:Рәсүл Байгилдин
Читайте нас: