-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
2 Апрель 2021, 17:45

“Транснефть – Урал” акционерҙар йәмғиәте етештереү объекттарының яҙғы ташҡын осоронда эшкә әҙерлеген тәьмин итте

“Транснефть – Урал” акционерҙар йәмғиәте етештереү объекттарын яҙғы ташҡын осоронда эшләүгә әҙерләне. Бындай эш предприятие нефть һәм нефть продукттарын ташыған бөтә төбәктәрҙә лә башҡарылды.

Белгестәр майҙандағы объекттарҙа үткәргес магистраль торбаларҙың һәм үткәргес технологик торбаларҙың линиялағы өлөшөндә алты мең берәмек тоташтырыу арматураһының тулыһынса асылып ябылыуын тикшерҙе, техник хеҙмәтләндереү үткәрҙе. Ҡар һыуын ситкә йырып ебәреү ойошторолдо.
Үткәогес магистраль торбаларҙың ер аҫтындағы өлөшөндә 99 телемеханика системаһының һәм нефть сығыуын асыҡлау буйынса 48 системаның эше раҫланды. Һыу һәм ер аҫтындағы 128 үткәргес торбаның техник торошо даими контролгә алынған. Ташҡын осорона нефть һәм нефть продукттарын һаҡлау өсөн 190-ға яҡын резервуар әҙерләнгән.
Автомобиль һәм тимер юл аша үткән урындарҙағы вантуз һәм үткәргес торбаларҙы тикшереү ҡоҙоҡтарына, шулай уҡ линиялағы контроль-үлсәү аппаратураһы ҡоҙоҡтарына ревизия яһалған.
Һыу аҫтындағы үткәргес магистарль торбаларҙы күҙәтеүҙең өс блокпосы һәм пункты тейешле ҡулайламалар һәм ҡорамалдар менән тәьмин ителгән, авария хеҙмәттәренең подразделениеларында ремонт эштәрен ойоштороу һәм башҡарыу өсөн етерлек яғыулыҡ, кислород, пропан, башҡа материалдар тупланған. Ревизия барышында һыуҙы һурҙырыу өсөн тәғәйенләнгән 200 берәмек ҡорамал һәм техниканың әҙерлеге раҫланды.
4,71 мең километрлыҡ үткәргес торбаларҙы аҙна һайын ер өҫтөндә һәм һауанан күҙәтеү ойошторола. Ташҡын осоронда электр линияларының һәм электр тәьминәте ҡулайламаларының техник торошона контролллек итеү өсөн 31 оператив төркөм төҙөлгән.
“Транснефть – Урал” акционерҙар йәмғиәте объекттарын 2021 йылдың яҙғы ташҡын осоронда эшкә әҙерләү буйынса сараларҙың йыйылма планы тулыһынса үтәлгән.
Читайте нас: