0 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
2 Апрель 2021, 08:45

Татьяна Москалькова артабан да кеше хоҡуҡтары һағында ҡала

Кеше хоҡуҡтарын яҡлау буйынса вәкәләтле органға һуңғы 5 йылда 205 мең ялыу килгән. Был күпме һуң?

Кеше хоҡуҡтарын яҡлау буйынса вәкәләтле органға һуңғы 5 йылда 205 мең ялыу килгән. Был күпме һуң?
Моғайын, күптер. Тимәк, кеше хоҡуҡтарын яҡлау беҙҙең илдә үтә яуаплы һәм мөһим йүнәлештәрҙең береһе булып ҡала.
2016 йылдан кеше хоҡуҡтарын яҡлау буйынса вәкәләтле вазифаны Татьяна Москалькова биләй. Ошо көндәрҙә уның вәкәләтлек мөҙҙәте аҙағына етә. Кремлдең матбуғат хеҙмәте белдереүенсә, Президент Владимир Путин уны урынында ҡалдырыу тураһында тәҡдим индергән.
Татьяна Москалькова – юридик һәм философия фәндәре докторы, профессор.
Уның һүҙҙәренә ҡарағанда, Рәсәйҙә кеше хоҡуҡтарын боҙоу күп осраҡта эш хаҡы түләмәүгә, хоҡуҡты сикләү урындарында (колонияларҙа) кеше йәберләүҙәргә, социаль торлаҡ алыуҙа ҡыйынлыҡтарға ҡайтып ҡала. Һуңғы ваҡытта көс ведомстволарында, коронавирусҡа һылтанып, административ боҙоуҙар өсөн тотолған граждандарға адвокат менән осрашыуҙы сикләйҙәр икән.
Автор:Рәсүл Байгилдин
Читайте нас: