+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
2 Апрель 2021, 10:30

Төҙөлөш йылдам бара

2021 йылдың башынан алып бөгөнгө көнгә тиклем Яңауылда 52 ғаилә өй туйлап өлгөргән.#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

2021 йылдың башынан алып бөгөнгө көнгә тиклем Яңауылда 52 ғаилә өй туйлап өлгөргән.
#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан
“Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә Яңауыл районында күп ҡатлы һәм шәхси йорттар төҙөлөшө әүҙем бара, яңы биҫтәләр барлыҡҡа килә, йәмәғәт урындары төҙөкләндерелә.
“Яңауылдарҙың йылдан-йыл күберәк үҙ йортонда йәшәргә теләгәнен асыҡлайбыҙ. Үткән йылдарҙа ҡалала һәм ауылдарҙа яңы кварталдар, биҫтәләр төҙөлдө. Бөтәһе ике меңдән ашыу ере менән бергә йорт иҫәпләнә. Ер участкаларының 90 проценты льгота категорияһы буйынса граждандарға бушлай бирелә. Бындай ярҙам менән күп балалы һәм инвалид бала тәрбиәләгән 600-ҙән ашыу ғаилә ҡулланды”, – тип һөйләй Яңауыл районының баш архитекторы Ирина Тажетдинова.
Яңауыл районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге белдереүенсә, 2020 йылда Яңауыл районында 24 мең квадрат метрҙан ашыу торлаҡ төҙөлгән, 218 шәхси йорт һалынған.
Фото – Яңауыл районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: