+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
2 Апрель 2021, 14:35

Сибай концерт-театр берекмәһендә – яңы директор

Башҡортостандың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова Сибай концерт-театр берекмәһе коллективын яңы етәксе менән таныштырҙы.

Башҡортостандың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова Сибай концерт-театр берекмәһе коллективын яңы етәксе менән таныштырҙы.
Ул - Юнир Мөнир улы Кәлимуллин, сығышы менән Сибай ҡалаһынан. Быға тиклем Сибай музыка мәктәбендә, «Росконцерт» берекмәһендә һәм Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығында эшләгән.
Элекке директор Айбулат Миңлеғәле улы Ҡотошов март башында Салауат башҡорт драма театрына директор итеп күсерелгәйне.
Сибай концерт-театр берекмәһенә Сибай дәүләт филармонияһы, «Сулпан» балалар театры инә.
Фотола уңдан беренсе.
Читайте нас: