+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
2 Апрель 2021, 13:36

Өләсәйҙәр һәм олатайҙар өсөн үҙҡурсаланыу дауам итә

Республикала өлкән йәштәгеләр өсөн мотлаҡ үҙизоляция режимы 14 апрелгә тиклем оҙайтылды.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров коронавирус таралыу хәүефенә бәйле юғары әҙерлек режимы хаҡындағы указға үҙгәрештәр индерҙе. Указдың яңы редакцияһына ярашлы, 65 йәштән өлкәндәр һәм хроник ауырыуҙарҙан яфаланыусылар өсөн мотлаҡ үҙизоляция режимы 14 апрелгә тиклем оҙайтыла.
Шулай уҡ республика халҡына медицина хеҙмәткәре күрһәтмәһе буйынса COVID-19-ға ҡаршы вакцина эшләтергә кәңәш ителә.
Эш биреүселәргә медицина ойошмалары менән берлектә хеҙмәткәрҙәргә коронавирустан вакцинация үткәреү мөмкинлеген ҡарарға тәҡдим ителә.
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: