+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
2 Апрель 2021, 14:28

Китапханалар төҙөкләндерелә

Учалы районының Учалы ауылында урынлашҡан район Үҙәк китапханаһы быйыл төҙөкләндереү планына индерелгән. #миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

Учалы районының Учалы ауылында урынлашҡан район Үҙәк китапханаһы быйыл төҙөкләндереү планына индерелгән.
#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан
Ул – республикала “Мәҙәниәт” милли проекты сиктәрендә яңыртылырға тейешле биш ауыл китапханаһының береһе. Бинаны тулыһынса ремонтлау, яңы йыһаз алыу ҡарала. Был маҡсатҡа федераль һәм төбәк ҡаҙнаһынан 20 млн. һум аҡса бүленә.
Дөйөм алғанда, “Мәҙәниәт” милли проектына ярашлы, ил буйынса 520 балалар сәнғәт мәктәбе һәм 740 муниципаль китапхана модель стандарты буйынса үҙгәртеп ҡоролорға тейеш.
Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре көнө айҡанлы, Президент Владимир Путин 2019-2020 йылдарҙа әҙәбиәт һәм сәнғәт өлкәһендә балалар һәм үҫмерҙәр өсөн әҫәрҙәр, шулай уҡ Президенттың йәш сәнғәт эшмәкәрҙәре өсөн премия лауреаттары менән видеобәйләнеш форматында осрашҡан саҡта Хөкүмәткә мәҙәниәт учреждениеларын яңыртыуға өҫтәмә аҡса бүлеү тураһында мәсьәләне ҡарарға ҡушҡайны.
Башҡортостанда 2021 йылда “Мәҙәниәт” милли проекты сиктәрендә 2 мәҙәниәт йорто төҙөү (Баймаҡ районы – Урғаҙа һәм Ҡараиҙел районы Яугилде ауылдарында), 5 автоклуб һатып алыу, 5 модель китапхана булдырыу һәм башҡа саралар ҡаралған.
Автор:Рәсүл Байгилдин
Читайте нас: