Өфө эргәһендәге бер ауылда йәшәүсе Николай тигән ир киске табынға икмәк телергә тотонһа, ғәжәйеп табышҡа юлығып, телһеҙ ҡала: икмәк эсенән 583-сө пробалы киң алтын балдаҡ килеп сыға.
Икмәкте, күстәнәс итеп, Дәүләкәндәге дуҫы алып килгән була.
Алтын балдаҡ – һөйөү, тоғролоҡ билдәһе. Уны юғалтыусының ниндәй ҙур хафаға ҡалыуын күҙ алдына килтереү ауыр түгел. Шулай тип уйлап, Николай тиҙерәк эйәһен эҙләп табырға, балдаҡты ҡайтарып бирергә ҡарар итә.
Дәүләкәндәге дуҫы менән улар икмәк һатып алынған кибеткә барып, уның ҡайһы икмәкхананан килтерелеүен белешәләр. Артабан инде балдаҡ хужаһын, дөрөҫөрәге, хужабикәһен асыҡлау ҡыйын булмай. Баҡһаң, ул смена башланыр алдынан балдағын сисеп ҡуйған да, үҙе лә һиҙмәҫтән, ҡамырға төшөрөп ебәргән! Юғалтыуын һуңынан ғына белеп ҡала һәм ныҡ бошона. Балдағын табырға өмөтләнмәй ҙә инде. Әлбиттә, ул “әйләнеп ҡайтҡас”, сикһеҙ ҡыуана! Ә Николай кеүек намыҫлы кешеләр барлығы иһә икеләтә ҡыуаныслы.
Бына шундай ҡыҙыҡ хәлдәр була донъяла. Алтын балдаҡтың “сәйәхәте” тураһында Дәүләкән районының “Асылыкүл” гәзите бәйән итеүен өҫтәп ҡуябыҙ.
Фото "Асылыкүл" гәзитенән алынды.