Башҡортостандың дүрт медицина учреждениеһында баш табиптар алмашынды. Был турала Башҡортостан Республикаһы Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итте.
Айрат Рәхмәтуллин Өфөнөң 18-се ҡала клиник дауаханаһының баш табибы итеп тәғәйенләнде.
Жулдыбай Иржанов иһә Өфө ҡалаһының 52-се поликлиникаһының баш табибы.
Бөрө үҙәк район дауаханаһының баш табибы вазифаһын Салауат Рәхмәтуллин биләй.
Благовещен үҙәк район дауаханаһының баш табибы вазифаһында хәҙер Арсен Ғарипов