+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
2 Апрель 2021, 15:32

Ауыр енәйәт ҡылған

Бөрө районынан 50 йәшлек ҡатын бергә йәшәгән ирҙең әсәһен үлтереүҙә ғәйепләнгән. Ул түшәктә ятҡан, ярҙамға мохтаж оло кешенең ғүмерен ҡыйған.

Бөрө районынан 50 йәшлек ҡатын бергә йәшәгән ирҙең әсәһен үлтереүҙә ғәйепләнгән. Ул түшәктә ятҡан, ярҙамға мохтаж оло кешенең ғүмерен ҡыйған.
Билдәле булыуынса, ҡатын 2019 йылдың ноябрь айынан юл траснпорт ваҡиғаһында ғәрипләнгән ҡарсыҡты тәрбиәләй. Бергә торған ирҙең әсәһе йәрәхәттәр алыу сәбәпле хәрәкәтләнмәгән булған.
Енәйәтте тикшереүсе белгестәр фаразына ҡарағанда, 2020 йылдаң апрелендә ул түшәктәге ҡарсыҡты туҡмай, һуңынан һығып үлтерә.
Ғәйепләнеүсе үҙенең енәйәтен таныған. Эш республиканың Юғары судында ҡарала.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: